05:49 (UTC+5), 09 Марта 2017

Баш ҡалала шашка буйынса Донъя кубогында Чеснокова һәм Чижов беренсе урында килә

Башҡортостандың Халыҡ-ара шашка федерацияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Кисә Өфөлә шашка буйынса Донъя кубогында сираттағы уйындар уҙҙы.
Елена Чеснокова (Латвия) классикала өсөнсө тапҡыр еңеү яуланы һәм алдынғылыҡты кире ҡайтарҙы — мөмкин булған 25 мәрәйҙән 19.
Ир-егеттәр араһында 17 мәрәй менән Алексей Чижов (Рәсәй, Удмуртия) алда бара. Ижевск спортсыһы рәттән биш тапҡыр, һәм беренсеһен 5:0 иҫәбе менән еңде.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында икенсе-дүртенсе урындарҙы майҙан хужабикәләре Айгөл Иҙрисова, Әлиә Әминева, шулай уҡ Ольга Камышлеева (Нидерланд) бүлешә. Донъя чемпионкаһы Наталия Садовсканың (Польша) 14 мәрәй.
Ир-егеттәр араһында икенсе урында — 15 мәрәй менән донъя чемпионы Рул Бумстра (Нидерланд). Өсөнсө урынды 14 мәрәй менән Ян Грунендейк (Нидерланд), Гунтис Валнерис (Латвия) һәм Айнур Шәйбәков (Рәсәй, Башҡортостан) бүлешә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика