08:20 (UTC+5), 06 Марта 2017

Башҡортостанда Ҡарас сәсән исеменә арналған традицион уҡ атыу бәйгеһе уҙасаҡ

социаль селтәрҙәр
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда традицион уҡ атыу буйынса бәйге уҙасаҡ. 18 мартта иң етеҙ һәм мәргәндәр Учалы районының Уральск ҡасабаһында йыйыла. Был ярыш XVIII быуаттың билдәле башҡорт сәсәне һәм батыры Ҡарас сәсәнгә арнала. Ошо хаҡта социаль селтәрҙәрҙә «Мәргән уҡсы» төркөмө хәбәр итә.
Бәйге шәхси зачетта «традицион уҡ атыу» категорияһында уҙғарыла. Турнирҙа башҡорт, төрөк, венгр, ҡырым-татар, инглиз-лонгбоу, корей, монгол, манжур, япон – юми, сармат, скиф, боронғо рус һәм башҡа уҡ-һаҙаҡтарҙан атыу рөхсәт ителә. Ҡатнашыусыларҙың бәйгегә тарихи халыҡ костюмдарында килеүе мотлаҡ шарт булып ҡала. Турнир призерҙары ойоштороусыларҙың дипломдары менән бүләкләнәсәк. «Иң яҡшы традицион башҡорт костюмы» номинацияһында еңеүсе билдәләнәсәк.
Ғаризалар 15 мартҡа ҡәҙәр kult-uch@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә, белешмәләр өсөн телефондар: 8347 (6-21-56, 6-15-44).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика