08:35 (UTC+5), 03 Марта 2017

«Салауат Юлаев» Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ын алға үткәреп, Гагарин кубогы өсөн ярыштан төшөп ҡалды

Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы Континенталь хоккей лигаһында үҙенең юбилейлы (клубҡа 55 йыл) миҙгелен тамамланы. Игорь Захаркин командаһы биш уйын һөҙөмтәһе буйынса 1:4 иҫәбе менән Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ын алға үткәреп, Гагарин кубогы өсөн ярыштың беренсе раундында төшөп ҡалды.
Ҡазанда бишенсе алышта өфөләр овертаймға хәтлем барып етте. Тәүге осорҙа әҙселектә үткәргән голдан һуң, «юлаевсылар» өсөнсө осорҙа күпселекте файҙаланып иҫәпте тиңләне – Ҡазандың һаҡсыһы Захарчуктан ҡаҡсыған рикошет ярҙамында Захар Арзамасцев уңыш ҡаҙанды – 1:1.
Овертаймда ярышташтың бер уйынсыһын сығарғандан һуң өфөләрҙең тағы бер мөмкинлеге тыуҙы, әммә бының урынға Сами Леписте составтарҙы тиңләне, бер аҙ һуңыраҡ «Салауат» серияла йәнә киҫкен ҡаршы һөжүмдә еңелде – Иржи Секач Өфөнөң ҡапҡасыһы Никалас Сведбергты отто – 2:1.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика