09:14 (UTC+5), 03 Марта 2017

Өфөнән Антон Бабиков — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

www.rusbiathlon.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәйҙең Спорт министрлығы Өфө биатлонсыһы, быйыл эстафетала донъя чемпионы Антон Бабиковҡа атҡаҙанған спорт мастеры исемен бирҙе. Тейешле документ министрлыҡтың сайтында баҫылған.
Бойороҡҡа ярашлы, атҡаҙанған спорт мастеры исеменә шулай уҡ 2014 йылда бадминтон буйынса Европа чемпионы Иван Созонов, туп менән хоккей буйынса Рәсәй йыйылмаһы ағзалары Янис Бефус һәм Игорь Ларионов лайыҡ булды.
Австрияның Хохфильцен ҡалаһындағы биатлон буйынса донъя чемпионатында Бабиков эстафетала алтын миҙал яуланы, шулай уҡ уның иҫәбендә — Донъя кубогы этаптарында еңеү һәм өсөн урын.
Ошо көндәрҙә Антон Бабиков — Пхенчанда (Көньяҡ Корея) Рәсәй йыйылмаһы составында. 2 марттан 5-нә тиклем бында Донъя кубогының етенсе этабында үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика