04:45 (UTC+5), 03 Март 2017

Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогының финалы уҙа

Андрей Старостин
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн, 3 мартта, Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогының тәүге финал уйыны уҙа. Беренсе тур иртәнге 11-ҙә башлана. Көндөҙгө сәғәт 2-лә комментаторҙар һәм еңеүсе спортсылар оҫталыҡ дәрестәрен уҙғара. Киске 5-тә суперблиц үтә.
Уҙған көндә «Президент Отел»дә Кубокты тантаналы асыу сараһы уҙҙы, ярыштар ҙа бында бара. Улар 12 мартҡа ҡәҙәр үтәсәк.
Кубок сиктәрендә айырым ике турнир: һәр ҡайһыһында 10-шар уйынсы менән бер ирҙәр һәм бер ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ярыш ойошторола. Ҡатнашыусыларҙы һайлау түбәндәге схемаға ярашлы: 2016 һәм 2015 йылдарҙағы донъя чемпиондары, ҡитға (Азия, Америка, Африка, Европа) чемпиондары; 2016 йылда Донъя кубогы еңеүсеһе.
Кубокта ҡатнашыусы 20 спортсының һигеҙе Рәсәйҙән, алтауһы – Башҡортостан вәкиле. Улар – Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Әлиә Әминева, Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев, Айнур Шәйбәков. Шулай уҡ Рәсәйҙән Алексей Чижов (Удмуртия) һәм Матрёна Ноговицына (Яҡутстан) сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика