04:53 (UTC+5), 01 Марта 2017

Баш ҡала «морждары» тәүлеккә һуҙылған ярышта ҡатнаша

Олег Яровиков
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөләге Яҡутов исемендәге паркта 4 һәм 5 мартта Еңеү көнөнә арналған «морждарҙың» тәүлеккә һуҙылған ярышы уҙа.
Унда 300-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Ҡышҡы йөҙөүҙе үҙ итеүселәр унышар кешенән торған 30 командаға бүленәсәк. Һәр команда бер нисә тапҡыр аныҡ билдәләнгән ваҡытта ғына йөҙәсәк. Һыу инеү арауығы 4-5 сәғәт тәшкил итә. Йөҙөү графигын үтәү ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт булып ҡала.
Өфөнөң Ҡышҡы йөҙөү һәм сынығыу федерацияһы етәксеһе Александр Пенкин буласаҡ сараға аңлатма бирҙе: «Былтыр акцияла 230 кеше ҡатнашты. Быйыл уларҙың һаны 300-гә етәсәк. Уларҙың һәр ҡайһыһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған туғандарының яҡты иҫтәлегенә йөҙәсәк».
Йөҙөүҙән тыш, тамашасылар һуғыш йылдарындағы техникаларҙы ҡарай, Мәңгелек ут эргәһенә сәскәләр һала һәм баш ҡаланың ижади коллективтарының сығыштары менән һоҡлана аласаҡ.
Акция яҡшы йолаға әүерелгән һәм илебеҙҙең күпселек төбәктәрендә уҙғарыла. Атап әйткәндә, тәүлек марафонына Алтай крайы, Силәбе өлкәһе, Төмән ҡышҡы йөҙөүселәре ҡушыласаҡ.
Сара 4 мартта көндөҙгө сәғәт 12-нән 5 мартҡа 12-гә тиклем уҙа. Тәүлек марафоны иртәнге 11-ҙә асыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика