08:45 (UTC+5), 28 Февраля 2017

Республика көрәшселәре классик көрәш буйынса Рәсәй беренселегенә юллама алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Уҙған ял көндәрендә Яр Саллыла 21 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге уҙҙы.
Ярыштарҙа Волга буйы федераль округы төбәктәренән: Башҡортостан, Мари Иле, Мордовия, Татарстан һәм Удмуртия, Пермь крайы, Киров, Нижегород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау һәм Ульяновск өлкәләренән 200-гә яҡын спортсы ҡатнашты.
Башҡортостандың һәм Мордовияның йыйылма командалары турнирҙа алдынғылыҡты бирмәне.
Республика исеменән Өфөнән һәм Октябрьскийҙан 26 спортсы сығыш яһаны, уларҙың етәүһе төрлө миҙалдар алды.
Фәнис Вәлитов, Ислам Опиев һәм Аслан Толов — алтын, Фәдис Вәлитов, Айнур Ғәлимов һәм Эрик Бикбулатов көмөш миҙалдар яуланы. Артем Иванов бронза наградаға лайыҡ булды.
Баш тренер Рәмил Сираев һүҙҙәренсә, ярыштарҙа сенсация булманы: «Миҙалдарҙы өмөт бағлаған спортсыларыбыҙ яуланы. Хәҙер ил беренселегенә әҙерләнәбеҙ».
Рәсәй беренселеге Новосибирск өлкәһендә 23-26 мартта уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика