07:58 (UTC+5), 22 Февраля 2017

«Өфө-Арена»лағы 12 йәшерен урынды нисек күрергә?

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шаршамбы, 22 февралдә, Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының иң ҡыҙыу мәле — плей-офф башлана. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, беҙҙе шунда уҡ «йәшел ярыш» көтә. Конференцияның сирек финалы дәғүәсеһе — Ҡазандың «Аҡ Барыҫ» командаһы.
Быйылғы миҙгелдә өфөләр ҡазандарҙы өс тапҡыр еңде лә инде. Тәүге тапҡыр — ноябрҙә, үҙ боҙонда, 4:2 иҫәбе менән. Ул саҡта «юлаевсылар» ҡунаҡтарҙың һөжүмсеһе Иржи Секач уйын аҙағына тиклем сығарылғандан һуң дәғүәсеһенең ҡапҡаһына ике шайба индерҙе. Икенсе һәм өсөнсө тапҡыр командалар Ҡазанда осрашты. 5 февралдә, Линус Умарктың буллит һуғыуы арҡаһында, еңеү йәнә Өфөгә эләкте, өсөнсө осрашыу ҡазандар файҙаһына тамамланды — 6:5, овертаймда команда финал голын индерҙе.
«Йәшел ярыш»тың мөһим уйыны 14 февралдә Өфөлә уҙҙы. Өфөләр ҡазандарҙы 3:1 иҫәбе менән еңде һәм чемпионаттың финал өлөшөнә сығыу мөмкинлеген алды.
Плей-офф башланыуға «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңы махсус проектын — «Өфө-Арена»лағы йәшерен урындарҙың фоторепортажын тәҡдим итәбеҙ. Был урындарға сит кешеләрҙе үткәрмәйҙәр һәм телевизорҙан күрһәтмәйҙәр тиерлек.
«Өфө-Арена»лағы 12 йәшерен урын» мәҡәләһен һәм эксклюзив фотоларҙы «Лонгридтар» бүлегендә ҡарарға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика