05:56 (UTC+5), 21 Февраль 2017

Антон Бабиковтың уҙған донъя чемпионатында эшләгән аҡсалата премияһы билдәле булды

асыҡ сығанаҡ
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Австрияның Хохфильцен ҡалаһында уҙған донъя чемпионаты йомғаҡтары буйынса Башҡортостан биатлонсыһы, Өфөнән Антон Бабиков һәм Рәсәй командаһы буйынса уның коллегалары аласаҡ аҡсалата премияларҙың суммаһы билдәле булды.
«Чемпионат.com» хәбәр итеүенсә, рәсәйҙәрҙән иң күберәге Антон Шипулин эшләгән – 19,75 мең евро. Дөйөм алғанда, Рәсәй командаһы 51 мең евро аласаҡ: Ирина Старых — 8,25, Алексей Волков — 5,5, Антон Бабиков — 5, Максим Цветков — 5, Александр Логинов —2,75, Ольга Подчуфарова — 2,75, Татьяна Акимова — 2,75, Евгений Гараничев — 1,5, Ирина Услугина — 0,5 мең евро.
Сит ил спортсылары араһында иң ҙур сумма – 65 мең евро Лаура Дальмайерға тейә. Уҙған турнирҙа 23 йәшлек Германия ҡыҙы биш алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы. Ирҙәр араһында беренсе урында – француз Мартен Фуркад – 45 мең евро. Австриялағы бәйгелә ул эҙәрлекләү ярышында еңде, ҡатнаш һәм ирҙәр эстафетаһында Франция йыйылмаһы менән икенсе булды, шулай уҡ спринтта һәм шәхси ярышта бронза яуланы.
Аҡсалата премияны шәхси ярышта алдынғы 15 спортсы йәки эстафетала тәүге алты ярышсы исемлегенә ингән биатлонсылар ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика