09:18 (UTC+5), 16 Февраля 2017

Баш ҡалала иң яҡшы йәш шахматсыны һайлайҙар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә классик шахмат буйынса балалар беренселеге башланды. Быйыл турнирҙа 300-ҙән ашыу малай һәм ҡыҙ ҡатнаша – был ошондай ярыштар уҙғарыу ваҡытында иң күп ҡатнашыусылар һаны, тип билдәләнеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Иң кесе спортсыға – биш йәш, иң өлкәненә – 16.
Шахмат бәйгеләренең барлыҡ ҡатнашыусылары биш йәш төркөмөнә бүленгән, баштағы турнирҙар территориаль принцип буйынса ойошторолған. Ярыштарҙы ойоштороусылар ҡаланың былтырғы беренселек призерҙарына, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлендә яҡшы рейтингка эйә булған йәш оҫталарға финалға алдан һайлауҙарһыҙ ҡатнашырға рөхсәт бирҙе.
Биш ярымфинал уйыны 15 мартҡа ҡәҙәр уҙа. Ярымфиналдар Дим районында һәм ҡала үҙәгендә (икеһе лә 19 февралдә тамамлана) башланды. Һуңынан ярымфинал зона осрашыуҙары ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә (23-26 февралдә), Сипайлово биҫтәһендә (27 февралдән – 5 мартҡа ҡәҙәр), «Төньяҡта» (4-8 мартта) үтә.
Финал 25 марттан 30-на тиклем уҙа. Еңеүселәрҙе 4 апрелдә иғлан итеү күҙаллана.
Уйындар теҙмәһе Өфө шахмат порталында урынлаштырылған. Турнирҙы ойоштороусылар – «Толпар» интеллектуаль уйындар спорт клубы һәм 23-сө спорт мәктәбе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика