05:41 (UTC+5), 16 Февраль 2017

«Алтын тренер» Сергей Михалев хөрмәтенә баш ҡалала урамға исем биреләсәк

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Салауат Юлаев» хоккей клубының «алтын тренеры» Сергей Михалев хөрмәтенә Өфөләге урамға исем биреү күҙаллана. Шундай башланғыс менән Өфөнөң Киров районы рәсми төркөмөндә хоккей клубы көйәрмәндәре сығыш яһаны. Унда Яңы күпер һәм Салауат Юлаев проспекты эргәһендәге яңы урамға исем биреү буйынса тәҡдимдәр йыйыла, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
Өфө ҡала советы етәкселеге тәҡдимгә ҡаршы булмауын белдерҙе.
«Клуб башланғысты хуплай, Сергей Михалев – легендар шәхес һәм ул был хөрмәткә лайыҡлы. Урамдың Салауат Юлаев проспекты эргәһендә булыуы символиклы. Оҙаҡламай ошо инициативаға булышлыҡ итеү һәм киң таратыу буйынса саралар комплексын әҙерләйбеҙ», — тип һөйләне РБК-Өфөгә «Салауат Юлаев» хоккей клубының көйәрмәндәр менән эш итеү белгесе Эмиль Нафиҡов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика