Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2017, 14:30

«Салауат Юлаев» «Аҡ Барыҫ» менән юғары мәрәйҙәр өсөн көрәшә

Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Шишәмбе, 14 февралдә, «Салауат Юлаев» Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионатында һуңғынан алдағы уйынын үткәрә.
Өфөләргә ҡунаҡҡа Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ы килгән. Ул Көнсығыштың һигеҙ командаһы финалында өсөнсө урынды биләй. Өфөләр плей-офҡа сығырға тырыша, әлеге мәлдә улар һигеҙенсе урында, туғыҙынсыға ла төшөүҙәре лә ихтимал.
Быйылғы миҙгелдә Өфө һәм Ҡазан клубы өс тапҡыр осрашты: иҫәп «Салауат» файҙаһына 2:1 булды.
Уйын «Өфө-Арена»ла урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-лә башлана.
Читайте нас: