04:14 (UTC+5), 14 Февраль 2017

Өфөлә Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогының финалы уҙасаҡ

Стәрлетамаҡтың Шашка федерацияһы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә 2 марттан 12-нә тиклем ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогының финалы уҙа. Көн элгәре Стәрлетамаҡта халыҡ-ара шашка буйынса үтә тиҙ йөрөшлө программала ғәмәлдәге чемпион Муродулло Амриллаев хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы 2015 һәм 2016 йылдарҙағы донъя чемпиондарын, шулай уҡ Азия, Америка, Африка, Европа чемпиондарын ҡабул итеп, бер нисә көнгә донъя шашкаларының баш ҡалаһына әйләнәсәк. Финалда ҡатнашыусылар араһында – Башҡортостандан алты спортсы, шул иҫәптән Стәрлетамаҡтан Муродулло Амриллаев.
Стәрлетамаҡта Амриллаев бер үк ваҡытта 40 таҡтала сеанс үткәрҙе. Үҙенең билдәле яҡташы менән алышырға теләүселәр бик күп булды, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат-шашка клубы бүлмәһе халыҡ менән туп-тулы ине.
Халыҡ-ара гроссмейстер Стәрлетамаҡтың шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһен, хәҙерге Санкт-Петербург вузы студенты Дамир Рысаевты Рәсәй гроссмейстеры исемен алыуы менән ҡотланы.
Сығыштан һуң сеанс башланды, унда ҡаланың иң көслө шашистары ҡатнашты. Ике сәғәтле ныҡышмалы интерактив алыштан һуң йомғаҡ яһалды. Өс уйынсы бер яҡтың да еңмәүенә килеште, ҡалғандары халыҡ-ара гроссмейстер алдында еңелеүҙәрен таныны. Муродулло Амриллаев көсөргәнешле көрәштә бер яҡтың да еңмәүенә килешкәндәрҙе: 32-се урта белем биреү мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы Илнур Рамазановты, 10-сы мәктәптең 3-сө синыф уҡыусыһы Полина Степанованы, Башҡорт сода компанияһы хеҙмәткәре Владислав Романовты үҙ кубоктары менән бүләкләне.
Өфөлә Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогының финалы алдынан оҡшаш күмәк сараларҙы Башҡортостандың 20-нән ашыу ҡала һәм районында, шул иҫәптән Өфөнән алыҫ урынлашҡан Урал арьяғы кеүек төбәктәрҙә уҙғарыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республиканың Шашка федерацияһында.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика