Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Февраль 2017, 16:05
Ике Тимур һәм уларҙың командаһы — рапира буйынса Донъя кубогы этабы призерҙары
Рәсәй Фехтование федерацияһы
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфө рапирасылары Тимур Сафин һәм Тимур Арыҫланов Рәсәйҙең ике спортсыһы Дмитрий Жеребченко һәм Алексей Черемисинов менән бергә Германияның Бонн ҡалаһында Донъя кубогы этабында команда ярыштарында өсөнсө урын яуланы.
Ярымфиналға сыҡҡанда рәсәйҙәр венгрҙарҙы һәм немецтарҙы еңде, ә бына ярымфиналда Франция командаһынан 38:45 иҫәбе менән еңелде.
Өсөнсө урын өсөн уйында Рәсәй спортсылары АҠШ-тың йыйылма командаһын еңде.
Теги:
фехтование
рапира
донъя кубогы
Читайте нас: