13:48 (UTC+5), 09 Февраля 2017

Өфөлә һыуыҡтар арҡаһында «Рәсәйҙең саңғы юлы» күсерелде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Рәсәйҙең саңғы юлы» ярыштарын ойоштороусылар республикаға килгән һалҡындар арҡаһында уҙышты күсерергә ҡарар итте. Баш ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, Октябрь һәм Совет райондарында ярыштар 15 февралдә үтә (унан алдараҡ сара 11 февралгә билдәләнгәйне).
Башҡортостан гидрометерология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, был ял көндәрендә һауа температураһы 20 градусҡа тиклем түбәнәйә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ярыштарҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн район спорт комитетының электрон адресына ғариза ебәрергә кәрәк. Ҡатнашыусылар табиптан рөхсәт ҡағыҙы килтерергә тейеш.
Номерҙарҙы һәм шапкаларҙы ярышта ҡатнашыусылар сара үткәрелгән көндә старт урынында ала. Ярыштарҙы теркәү 15 февралдә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Асыу тантанаһы — сәғәт 3-тә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика