Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2017, 09:23

Баш ҡалабыҙ рапирасылары – Донъя кубогы этабы еңеүселәре

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Италияның Падуэ ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында рапирала фехтование буйынса Донъя кубогы этабы уҙҙы.
Команда ярышында Өфө ҡыҙҙары Аделина Зәғиҙуллина һәм Анастасия Иванова рәсәйҙәр Инна Дериглазова һәм Марта Мартьянова менән бергә бронза миҙалдары яуланы.
Рәсәй командаһы Тайвань (42:36) һәм Польша ҡыҙҙарын (45:35) еңеп, ярымфиналда француздарға (33:45) биреште, ә «бронза» өсөн ярышта американдарҙан (45:35) көслөрәк булып сыҡты.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: