10:04 (UTC+5), 03 Февраль 2017

Баш ҡалала «Рәсәйҙең саңғы юлы – 2017» ярышын уҙғарыу урындары билдәләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Рәсәйҙең саңғы юлы – 2017» ярышын уҙғарыу урындары билдәләнде. Башҡортостандың баш ҡалаһы 10 һәм 11 февралдә Бөтә Рәсәй күләмле саңғы ярыштарына ҡушыла.
Физик культура һәм спорт буйынса ҡала комитетының мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ярышҡа 10 меңдән ашыу саңғы спортын үҙ итеүселәр: мәктәп уҡыусылары, урта һәм юғары белем биреү йорттары студенттары һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре сыға.
Еңеүселәр һәм призерҙар Рәсәй Федерацияһының Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, шулай уҡ Өфө ҡалаһының физик культура һәм спорт буйынса комитетының грамоталары һәм миҙалдары менән бүләкләнәсәк.
Ярыштар йома, 10 февралдә Ленин районының «Водник» стадионында көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Шәмбе, 11 февралдә, эстафетаны Октябрь районы ҡабул итә, бында саңғы ярыштары – «Ҡашкаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында һәм Дим районында «Баланов» урман паркы зонаһында уҙа. Ярыштар көндөҙгө 12-лә башлана.
Әммә «Рәсәйҙең саңғы юлы» ярыштарының төп старты 11 февралдә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында көндөҙгө 2-лә башлана.
«Рәсәйҙең саңғы юлы – 2017» ярыштарында ҡатнашыу өсөн райондың физик культура һәм спорт комитетына ғариза яҙырға кәрәк.
Белешмә. «Рәсәйҙең саңғы юлы» — ҡатнашыусыларҙың иҫәбе һәм географияһы буйынса бөтөн донъяла иң күләмле ҡышҡы спорт сараһы. Һәүәҫкәрҙәр менән бер рәттән, ғәҙәттәгесә, спортсылар – профессионалдар, олимпия уйындары чемпиондары, спорт ветерандары сыға. Ярыштарҙың маҡсаты – йәштәрҙе һәм ололарҙы даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, халыҡ араһында әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика