10:51 (UTC+5), 02 Февраля 2017

Рөстәм Хәмитов үтә еңел авиация буйынса донъя чемпиондары Әлфиә һәм Максим Семёновтар менән осрашты

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың үтә еңел авиация спорты буйынса йыйылма командалары ағзалары, Рәсәй һәм донъя чемпиондары Әлфиә һәм Максим Семёновтар менән осрашты.
Осрашыуҙа республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм Башҡортостандың Үтә еңел авиация спорты федерацияһы рәйесе Сергей Миңлеғолов ҡатнашты.
Осрашыу барышында республикала үтә еңел авиация спорты перспективалары, Башҡортостанда халыҡ-ара ярыштар уҙғарыу мөмкинлектәре, «Первушин» аэродромы инфраструктураһын үҫтереү, үтә еңел самолеттарҙы, дельталёттарҙы һәм автожирҙарҙы ауыл хужалығында һәм ашығыс хеҙмәттәр ихтыяжы өсөн файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелде.
Үтә еңел авиация спорты буйынса XXIX Рәсәй чемпионаты 2016 йылда Өфө эргәһендәге «Первушин» аэродромында ойошторолдо. Команда зачётында Башҡортостан йыйылмаһы беренсе урын алды. Дөйөм еңеүгә ирле-ҡатынлы Семёновтар ҙур өлөш индерҙе. Улар ике урынлыҡ дельталёттар класында беренсе урын яуланы.
Бөйөк Британияла уҙған XV Донъя чемпионатында 17 илдән 92 экипаж ҡатнашты. Әлфиә һәм Максим Семёновтар, шулай уҡ ике урынлыҡ дельталёттар класында беренсе урын яулап, Рәсәй йыйылма командаһы составында чемпион булды.
Республика Башлығы, спортсыларҙы ҡаҙаныштары менән ҡотлап, төбәктә ошо спорт төрөнөң яңы үҫешә башлауын билдәләне. Ул халыҡ-ара ярыштарҙан алған тәьҫораттар, уларҙы үткәреү үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды.
Быйыл Семёновтар XIV Европа чемпионатында ҡатнашырға ниәтләй.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика