11:49 (UTC+5), 30 Января 2017

«Салауат Юлаев» көйәрмәндәре ғинуарҙа уңышһыҙ сығыш яһауға бәйле команданан аңлатма биреүҙе талап итте

Дмитрий Слезин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Кисә «Салауат Юлаев» көйәрмәндәре яратҡан командаһының сираттағы еңелеүенән һуң команданы аэропортта ҡаршы алды һәм һөйләшеүгә саҡырҙы, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. Улар команданың ғинуар айында көсһөҙ сығыш яһауына аңлатма биреүҙе талап итте, шуның һөҙөмтәһендә ул һигеҙенсе урынға төштө һәм плей-офҡа эләкмәүе ихтимал. Туғыҙ йыл эсендә тәүге тапҡыр өфөләргә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатын беренсе этапта уҡ тамамлау хәүефе янай.
Фанаттар менән һөйләшеүгә баш тренер Игорь Захаркин менән бергә бөтә уйынсылар ҙа сыҡты.
«Салауат»тың капитаны Игорь Григоренко әйтеүенсә, «егеттәр бар көсөн һалып уйнай, әммә һәр ваҡыт уңышҡа ирешеп булмай».
Захаркин команда аҙағынаса көрәшәсәк тип вәғәҙә бирҙе. Бер аҙнанан йәрәхәтләнгән ике уйынсы сафҡа баҫа, әммә әлеге хәл бик ҡырҡыу, тип билдәләне ул.
Тиҙҙән «Салауат Юлаев» үҙ майҙанында СКА (Санкт-Петербург), ЦСКА (Мәскәү), «Аҡ Барыҫ» (Ҡазан) һәм «Лада» (Тольятти) командаларына ҡаршы уйнай. Унда һигеҙ команда иҫәбенән төшөп ҡалмаҫ өсөн бик күп мәрәй йыйырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика