Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2017, 09:49

«Өфө» футбол клубы Каталин Карп менән килешеү төҙөнө

ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин /. «Өфө» футбол клубының составын Молдава йыйылма командаһы һаҡсыһы Каталин Карп тулыландарҙы, тип хәбәр итә Өфө клубының матбуғат хеҙмәте.
Уйынсы менән килешеү 3,5 йылға төҙөлгән, ул 93-сө һан аҫтында уйнаясаҡ.
23 йәшлек Карп – «Зимбру» академияһы һәм Донецкиҙың «Шахтер» тәрбиәләнеүсеһе. Алдан Киевтың «Динамо-2», шулай уҡ Румынияның ЧФР, «Стяуа» һәм «Виторул» клубтары өсөн уйнай.
Молдованың милли йыйылмаһы өсөн Каталин 11 уйын үткәрә һәм бер тапҡыр туп индерә.
Автор: Дмитрий Слезин
Теги: футбол
Читайте нас