03:52 (UTC+5), 27 Января 2017

Биатлонсылар Екатерина Шумилова һәм Сергей Клячин Өфөлә Рәсәй кубогының бишенсе этабында спринтта еңеү яуланы

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының бишенсе этабы башланды. Ханты-Манси автономиялы округынан Екатерина Шумилова, бер түңәрәк штрафҡа ҡарамаҫтан, Виолетта Закурдаева менән Лариса Надееваны уҙып, спринтта еңеү яуланы. Ирҙәрҙә Пермь өлкәһе спортсыһы Сергей Клячинға «таҙа» атыу еңеү килтерә, Александр Бабчин һәм Алексей Корнев менән ул еңеү баҫҡысын бүлешә, тип хәбәр ителә Рәсәй биатлонсылар союзы сайтында. Спринт һөҙөмтәләре буйынса ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында эҙәрлекләү ярышы ҡаралған.
Юниорҙар ярышы призерҙары иҫәбендә – Башҡортостандан Михаил Усов, ул 10 саҡрымлыҡ спринтта өсөнсө килде.
Башҡортостанданың баш ҡалаһында 29 ғинуарға ҡәҙәр биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты, Рәсәй беренселеге һәм Рәсәй кубогының 5-се этабы уҙа. Уларҙа 23 төбәктән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.
27 ғинуарҙа шундай уҡ ярыш юниорҙар араһында уҙа.
28 ғинуарҙа ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында команда ярыштары үтә.
29 ғинуарҙа – юниорҙар араһында команда ярыштары.
Бөтә Рәсәй бәйгеһен уҙғарыу урыны – «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика