15:17 (UTC+5), 26 Ғинуар 2017

Республика спортсылары Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадаһында сығыш яһай

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 29 ғинуарҙан 8 февралгә тиклем Ҡаҙағстанда 28-се Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадаһы үтә. Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан да биш спортсы бар. Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, шорт-тректа миҙалдар өсөн Анастасия Мигунова, сноубордта Антон Копривица һәм фристайлда Радмир Гәрәев, Алексей Соловий, Елена Зайцева көс һынаша.
Универсиадала 55-тән ашыу илдән ике меңгә яҡын спортсы — 17-28 йәштәге студенттар, аспиранттар ҡатнаша. Биатлонда, тау саңғыһы спортында, керлингта, конькиҙа уҙышыуҙа, саңғы буйынса ике төр ярышта, саңғы ярыштарында, саңғыла трамплиндан һикереүҙә, сноубордта, конькиҙа фигуралы шыуыуҙа, фристайлда, шайбалы хоккейҙа һәм шорт-тректа миҙалдар уйнатыла.
Илдең студенттар командаһы составында йәмғеһе 220-нән ашыу спортсы. Рәсәй командаһы Универсиадала иң күп һанлы һәм ярыштарҙың бөтә төрҙәрендә лә сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика