03:38 (UTC+5), 23 Января 2017

Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель һәм КХЛ президенты Дмитрий Чернышенко менән осрашты

Олег Яровиков
Александр Смирнов
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 21 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хоккей йондоҙҙары аҙналығы-2017 барышында Өфөгә килгән Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель һәм Континенталь хоккей лигаһы президенты Дмитрий Чернышенко менән осрашты.
Яҡтар республикала хоккейҙы үҫтереү һәм Өфөлә ҙур спорт сараларын уҙғарыу мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.
- Башҡортостанда 500-гә яҡын асыҡ хоккей майҙансығы эшләй. Яһалма боҙ менән майҙансыҡтар төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Былтыр йыл һуңында бер ауыл биләмәһендә шундай яңы майҙансыҡ астыҡ. Быйыл – бер, киләһе йылда тағы ике майҙансыҡ төҙөргә ниәтләйбеҙ. Һөҙөмтәлә, яһалма боҙ менән ҡапланған 18-19 ябыҡ боҙ майҙансығы буласаҡ, – тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, был ғына аҙ, әммә киләсәктә йыл һайын бер-ике майҙансыҡ төҙөүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Уларҙың һәр ҡайһыһы яҡынса 3 миллион евро тора.
– Республика биләмәһендә 500 хоккей майҙансығы – ул бик күп. Был бик яҡшы күрһәткес, – тип билдәләне Рене Фазель. – Ошо эшегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. 2013 йылдан һуң бында ҡабат килеүемә бик шатмын. Декабрҙә Канадала йәш командалар араһында уҙған донъя чемпионатында булдым. Кешеләр әле һаман Өфөлә үткән чемпионат хаҡында яҡшы фекер йөрөтә. Температура, һауа торошо, урындағы халыҡтың иҫ киткес ҡунаҡсыллығы тураһында һөйләй. Өфөгә Хоккей йондоҙҙары аҙналығына барырға әҙерләнеүемде һөйләгәс, улар башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереүемде һораны.
Республика Башлығы Континенталь хоккей лигаһы етәкселегенә Хоккей йондоҙҙары аҙналығын үткәреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте.
- Беҙҙең «Өфө-Арена» халыҡ менән шығырым тулы. Хоккей байрамы тулы көсөнә, ҡеүәтенә эшләй. Уйындарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сығыр, тип ышанабыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Өфөнөң ҙур халыҡ-ара ваҡиғаларҙы, сараларҙы юғары кимәлдә ойоштороуын беләһегеҙ. Киләсәктә Өфөнө ҙур халыҡ-ара ярыштар уҙғарыу урыны булараҡ ҡарауығыҙҙы һорайбыҙ.
– Шуны әйтеп үтергә кәрәк: Өфө Хоккей йондоҙҙары аҙналығын яңы форматта ойоштороусы булып тора. Хәҙер артабанғы саралар ҙа ошо форматта үтәсәк. Сираттағы Хоккей йондоҙҙары аҙналығына дәғүә иткән ҡалалар ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Өфө сараны уҙғарыуға юғары талаптар ҡуйҙы – тине Дмитрий Чернышенко. – Байрам кульминацияһы алда әле, ләкин ярыштар, шоу, ҡунаҡсыллыҡ, көйәрмәндәр тәжрибәһе буйынса барыһының да юғары кимәлдә булыуын әйтеп була. Өфөнөң артабан да ҙур ваҡиғалар, шул иҫәптән халыҡ-ҡара кимәлдәге саралар ҡабул итәсәге көн кеүек асыҡ. Бөтә инфраструктура ла эшләргә тейеш. Иң ҡыуаныслыһы – трибуналарҙың халыҡ менән тулы булыуы, төбәк һәм ҡала халҡының хоккей, ошо ваҡиға менән бергә йәшәүе. Был, ысынлап та, ҙур байрам.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика