Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2017, 10:33

Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы Көнсығыш конференцияһы еңеүе менән тамамланды

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы Көнсығыш конференцияның Чернышев дивизионы командаһы һәм көнбайыштың Тарасов дивизионы йыйылмаһы араһында финал менән тамамланды.
Чернышевтар ныҡышмалы көрәштә 3:2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Һуңғы шайбаны Йәштәр хоккей лигаһы уйынсыһы Андрей Алтыбармакян индерҙе.
Өфө вәкилдәре финал алышында һөҙөмтәле тапшырыуҙар менән айырылды: беренсе шайбала Захар Арзамасцев һәм икенселә Сами Леписте.
Уларҙан тыш, «Салауат Юлаев» уйынсылары Энвер Лисин һәм Кирилл Капризов еңеүсе булды.
Тарасов дивизионы командаһы составында Өфөнөң йәштәр вәкиле Кирилл Цулыгин көмөш миҙал яуланы.
Өфөлә Хоккей йондоҙҙары аҙналығы-2017 тамамланды. Көнсығыш конференцияһы Йәштәр хоккей лигаһының Саҡырыу кубогында (бында шулай уҡ еңеү шайбаһы Алтыбармакян иҫәбендә) һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчында Көнбайышҡа еңелеп, шунда уйналған трофейҙарҙың өсөнсөһөн яуланы.
Автор: Дмитрий Слезин
Читайте нас