05:57 (UTC+5), 23 Января 2017

Өфө хоккей буйынса ҙур халыҡ-ара ярыштар уҙғарыуға дәғүә итәсәк – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Өфө яңы ҙур халыҡ-ара ярыштар уҙғарыуға дәғүә итәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хоккей йондоҙҙары аҙналығына йомғаҡ яһап.
- Беҙ, һис шикһеҙ, яңы ярыштар ойошторорға әҙербеҙ һәм шул иҫәптән ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы буйынса халыҡ-ара ярыштар үткәреүгә дәғүә итәбеҙ, – тине республика етәксеһе. – Ҙур хоккей һәр саҡ Өфөлә булһын өсөн тырышасаҡбыҙ.
Рөстәм Хәмитов менән Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель баш ҡалала Хоккей буйынса донъя чемпионатын уҙғарыу мөмкинлеген кире ҡаҡмай.
– Булыуы ихтимал. Ә ниңә юҡ, – тип билдәләне Фазель әфәнде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҙур хоккей аҙналығы Башҡортостандың баш ҡалаһында Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы менән тамамланды. Ул тарихта тәүгә яңы форматта – лига дивизиондарының иң яҡшы хоккейсыларынан торған дүрт команда турниры сиктәрендә уҙҙы. Көнсығыш менән Көнбайыш араһындағы финал уйыны Чернышев дивизионының еңеүе менән тамамланды. Иҫәп – 3:2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика