Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2017, 09:58

Башҡортостан Башлығы «Алтын шайба» хоккей турниры еңеүселәрен ҡотланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 22 ғинуарҙа Өфөлә Хоккей йондоҙҙары аҙналығы барышында А.В.Тарасов исемендәге «Алтын шайба» Бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар турнирының ҡала этабы финалы уҙҙы.
2004-2005 йылдарҙа тыуған балалар араһында беренсе урын өсөн 3-сө урта мәктәп һәм М.М. Азаматов исемендәге 3-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе командалары уйнаны. 6:2 иҫәбе менән 3-сө урта мәктәп уҡыусылары еңде. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель, Континенталь хоккей лигаһы президенты Дмитрий Чернышенко һәм Өфө мэры Ирек Ялалов бүләкләне.
- Бөтә хоккей һөйөүселәрҙе был иҫ киткеҫ байрам менән ҡотлайым! Ошо һоҡланғыс «Алтын шайба» турнирында ҡатнашҡан малайҙарҙы ихлас тәбрикләйем! – тине Рөстәм Хәмитов. – Илебеҙҙең бөтә ир-егеттәре лә тиерлек «Алтын шайба» турниры аша үтә. Уларҙың күбеһе бала саҡта хоккей уйнап үҫә, шул иҫәптән мин дә. Һеҙҙе, еңеүселәрҙе, хоккей менән шөғөлләнеүселәрҙе ҡотлайым! Афарин, егеттәр!
Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы балалар хоккейының Башҡортостанда киләсәктә лә үҫешәсәген билдәләне.
- Артабан да яһалма боҙ менән һырғалаҡтар төҙөрбөҙ. Бөгөн республикабыҙҙа уларҙың һаны 15. Быйыл Күмертауҙа боҙ һырғалағын мотлаҡ асырбыҙ. Ишембайҙа, башҡа ҡалаларҙа ла һалабыҙ. Ғөмүмән, боҙ һырғалаҡтарының һаны артасаҡ ҡына, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, бындай ябай майҙансыҡтарҙа ла малайҙарға тейешле шарттар булдырырбыҙ. Уларҙы спортҡа йәлеп итергә, дивандан, компьютер уйындарынан айырырға тейешбеҙ. Сөнки хоккей – ул саф һауалағы сәләмәт спорт төрө.
Ҡала һәм ауыл командалары араһында «Алтын шайба» турнирының төбәк финалы Башҡортостанда 2017 йылдың ғинуар-мартында уҙасаҡ. Еңеүселәр бөтә Рәсәй уйындарына юллама аласаҡ.
Өфө буйынса «Алтын шайба» турнирының ҡала этабында район этаптары еңеүселәре – 40-лаған команда ҡатнаша. Йыйылмалар составына спорт мәктәптәре, белем биреү йорттары һәм үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре инә. Быйыл ҡала этабында 10-18 йәштәрҙәге 800-ләп үҫмер сығыш яһай.
Өфөнөң ике иң яҡшы командаһы 2017 йылдың февралендә «Алтын шайба» республика турнирында ҡатнашасаҡ, еңеүсеһе Волга буйы федераль округы һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа алышасаҡ.
Ошо көндәрҙә «Өфө-Арена» һарайында Хоккей йондоҙҙары аҙналығы барышында йәш хоккейсылар – «Алтын шайба» турнирының ҡала этабында ҡатнашыусылар – өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк менән осрашты.
Автор:Александр Смирнов
Читайте нас: