Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ғинуар 2017, 12:32
Өфө арбитры Рафаэль Ҡадиров арабыҙҙан китте
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Илебеҙ хоккейында иҫ киткес артбитрҙарҙың береһе – Өфөнән Рафаэль Ҡадиров ҡаты ауырығандан һуң арабыҙҙан китте.
Рафаэлдең ауырыуы тураһында былтыр ноябрҙә билдәле булды. Континенталь хоккей лигаһының рәсми сайтында яҡташыбыҙҙың сире хаҡында мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Диагнозы – өсөнсө дәрәжә астроцитома. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
хәбәр иткәйне
.
Рафаэль Рәзим улын дауалауға Континенталь хоккей лигаһы аҡса бүлә, хоккей клубы, дуҫтары һәм вайымһыҙ булмаған кешеләр ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты сирҙе еңә алмай, Рафаэль Ҡадиров бөгөн иртәнсәк 47-се йәшендә вафат булды.
Рафаэль Ҡадиров КХЛ-да эшләгән хәҙерге арбитрҙар араһында бөтәһе тарафынан таныла, лиганың барлыҡҡа килеү осоронан алып матчтарҙа даими эшләй. 2016 йылдың 8 сентябрендә илебеҙ хоккейы тарихында Рәсәй чемпионаттарында баш арбитр сифатында 700 уйын уҙғарған икенсе судья була. Ул ярайһы уҡ халыҡ-ара тәжрибәгә эйә – өлкәндәр, бер йәштәр һәм алты юниорҙар араһында донъя чемпионаттарын хеҙмәтләндерә.
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
хоккей
кхл
Читайте нас