13:07 (UTC+5), 19 Января 2017

Хоккей йондоҙҙары аҙналығы уңайынан Континенталь хоккей лигаһы һәм «Бөтә Өфө» телекомпанияһы флешмоб үткәрә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 20 ғинуарҙа Континенталь хоккей лигаһы «Бөтә Өфө» телекомпанияһы һәм баш ҡаланың Совет районы менән берлектә Хоккей йондоҙҙары аҙналығы уңайынан флешмоб ойоштора.
Акцияға йөҙҙән ашыу автомобиль йәлеп ителә. Уларҙан Ленин урамы яғынан «Өфө-Арена» алдындағы парковка биләмәһендә ҙур һүҙҙәр — телеканалдың исеме, уның рәсми логотибы һәм ҡаланың бренды — «өс шөрөп», шулай уҡ Континенталь хоккей лигаһының аббревиатураһы төҙөлә. Хәрәкәт итеү киске сәғәт 8-ҙә башлана.
«Флешмоб бер нисә ракурстан, шул иҫәптән ерҙән һәм һауанан төшөрөлә. Был хоккей йондоҙҙары, спорт журналистары һәм ҡаланың төп телеканалы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында ҙур байрам буласаҡ. Иртәгә һауа торошо ла беҙгә ярҙам итер, тип ышанабыҙ», — тине «Бөтә Өфө» телекомпанияһы директоры Алина Сөләймәнова.
«Салауат Юлаев» хоккей клубы ла әлеге идеяны хуплаған.
«Бындай флешмобтар һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, хоккей көйәрмәндәрен генә түгел, быға тиклем хоккей тураһында ишетмәгән кешеләрҙең дә иғтибарын йәлеп итә. Улар ошо спорт төрө менән ҡыҙыҡһына, уны иғтибарлыраҡ күҙәтеп бара башлай. Киләсәктә «Салауат Юлаев»тың күп миллионлы көйәрмәндәре иҫәбенә инеүҙәре лә ихтимал», — тип билдәләнеләр Башҡортостандағы төп хоккей дружинаһының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика