11:26 (UTC+5), 19 Января 2017

Өфөлә следж-хоккей буйынса Континент кубогы финалында илдең «Феникс»ы Италияның «South Tyrol Eagles» клубын ҡыйратты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә следж-хоккей буйынса Континент кубогы тамамланды. Аҙаҡҡы көндә тәүҙә Чехияның «Спарта» командаһы, ҡытайҙарҙы 5:1 иҫәбе менән еңеп, бронза миҙалдар яуланы.
Һуңынан илебеҙҙең «Феникс»ы һәм Италияның «South Tyrol Eagles» клубы боҙға сыҡты. Бынан алдағы көсөргәнешле ярышта рәсәйҙәр еңгәйне. Иҫәп — 2:1.
Был юлы барыһы ла беренсе осорҙоң башында бер нисә минут эсендә хәл ителде. Тәүҙә Дмитрий Лисов — үҙ ҡапҡаһына, унан һуң Станислав Барыкин һәм команда капитаны Вадим Селюкин «Көньяҡ Тироль бөркөттәре» ҡапҡаһына тағы ла ике шайба индерҙе. Осор аҙағында иҫәп — 4:0.
Икенсе осорҙа итальяндар ҡапҡаһына бер генә шайба инде — 5:0.
Селюкин өсөнсө осор башында йәнә бер шайба ташланы, Иван Бердник та шайба индерҙе — 7:0. Осрашыу тамамланыуға бер минут ҡалғас ҡына итальяндар иҫәпте «боҙҙо». Шуға ҡарамаҫтан, «Феникс» — ошо Континенталь кубогының тәүге еңеүсеһе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика