11:50 (UTC+5), 17 Ғинуар 2017

Башҡортостандың шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Ригала Балаларҙы интеллектуаль яҡтан үҫтереү үҙәге асты

Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Башҡортостандың шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Олеся Абдуллина Ригала Балаларҙы интеллектуаль яҡтан үҫтереү үҙәген асты. Ирле-ҡатынлы Олеся Абдуллина менән Роберт Мисанс Латвияның баш ҡалаһында Интеллектуаль үҫтереү үҙәген асыу хыялын тормошҡа ашырҙы. Бында улар кесе мәктәп йәшендәге балаларҙы шашка һәм башҡа логик, өҫтәл уйындарын уйнарға өйрәтәсәк.
Олеся баш тренер булһа, Роберт – етәксе һәм тренер. Бергәләп улар «Domātprieks» исемен уйлап таба, латыш теленән тәржемә иткәндә «уйлауҙан ләззәт алыу» тигәнде аңлата.
Сығышы менән Ишембай ҡалаһы ҡыҙы Олеся Абдуллина 2009 йылда блиц буйынса донъя һәм Европа чемпионаттарында бронза миҙалдар яулай. Өфөгә күсеп килеп, «Башнефть» профессиональ шашка клубы өсөн сығыш яһай. Робертҡа кейәүгә сыҡҡандан һуң Ригаға күсеп китә.
«Латвиялағы дуҫтарыбыҙ – Олеся, Роберт һәм Андрей Цеханович өсөн бик шатмын. Уларҙың оҙаҡ йылдар буйына уңышлы һәм ижади эшләүҙәрен теләйем. Дуҫтарыбыҙҙың уңышына, уларҙың уҡыусылары тренерҙарының ғорурлығы булып китеүенә ышанам, – тип һөйләй «Башнефть» профессиональ шашка клубы» автономлы коммерцияһы булмаған ойошма рәйесе урынбаҫары Айнур Шәйбәков. – Олеся бер нисә йыл элек Өфөлә беҙҙең клуб ҡарамағында эшләгән «Бәләкәй гений» балаларҙы интеллектуаль яҡтан үҫтереү үҙәгенең эше менән таныша.
Һәм хәҙер балалар шашка клубы аша баланың ижади һәм интеллектуаль һәләттәрен үҫтереү, бәләкәй кешене мәктәпкә әҙерләү идеяһын Олеся менән Роберт тормошҡа ашыра. Шашка дөрөҫ уйларға өйрәтә. Ә уйлау – ул бит айырым-айырым факттарҙа ниндәйҙер дөйөм һәм берҙәм нәмәне күрә белеү, хәлде үткәндә һәм бер нисә аҙымға киләсәктә анализлау, һығымта яһау, ҡарар ҡабул итеү һәм уның өсөн яуаплы булыу. Еңә һәм еңелә белеү, үҙ хаталарыңда өйрәнеү. Тормоштағы был файҙалы һәм кәрәкле һәләттәргә шашка өйрәтә».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика