07:47 (UTC+5), 17 Января 2017

Баш ҡалала Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары уйыны «Ете ҡыҙ» бейеүе менән асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары уйыны «Ете ҡыҙ» бейеүе менән асыла. Хоккей йондоҙҙары аҙналығы барышында 19 ғинуарҙа «Өфө-Арена»ла Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай.
Танылған хореограф Фәйзи Ғәскәров ҡуйған билдәле бейеүҙе боҙҙа башҡарыу өсөн артистарға аяҡ кейеменә махсус сөйҙәр таратылған.
«Был хәүефһеҙлек техникаһы һәм бейеүҙе сифатлы итеп башҡарыу өсөн кәрәк, — тип аңлатма бирҙе ансамблдең солисы Регина Мостафина. — Ошо бейеү менән ниндәй генә ғәҙәти булмаған хәлдәрҙә: ҡыйыҡта ла, һыу аҫтында ла сығыш яһаманыҡ. Конькиҙа ла бейер инек».
15 ғинуарҙа боҙҙа ансамблдең ир-егеттәре Риф Ғәбитов ҡуйған «Бөркөт иле» бейеүен тәҡдим итте.
2017 йылдың 15-22 ғинуарында Өфөлә Хоккей йондоҙҙары аҙналығы Континенталь, Йәштәр һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигалары миҙгеленең төп тамашаһын берҙәм стилгә берләштергән яңы форматта үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика