07:36 (UTC+5), 16 Января 2017

Йәштәр хоккей лигаһының Саҡырыу кубогы – «Көнбайыш» командаһында

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә Йәштәр хоккей лигаһының Саҡырыу кубогы тамамланды. Һигеҙенсе трофей Йәштәр хоккей лигаһының Көнбайыш конференцияһы йыйылмаһына тейҙе.
Уйында Көнбайыш командаһы булиттар серияһында 2:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Бынан һуң, 22 ғинуарҙа ошонда уҡ «Өфө-Арена» майҙанында уҙасаҡ, Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчында ҡатнашыусылар һайланды. Дүрт иң яҡшы Саҡырыу кубогы уйынсыһы араһында – Өфөнән Кирилл Цулыгин, ул өлкән Йондоҙҙар араһында уйнаясаҡ та инде.
Хоккей йондоҙҙары аҙналығын асыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнаша. Тап ул 2015 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға республика Хөкүмәте эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тураһында отчет яһап, Өфөлә тәү тапҡыр ҙур хоккей байрамын уҙғарыу мөмкинлеге хаҡында иғлан итте.
2016 йылдың мартында Континенталь хоккей лигаһы 2016-2017 йылдарҙағы миҙгелдә Йондоҙҙар матчын уҙғарыу хоҡуғына дәғүә итеүсе ҡалаларҙың ғаризаларын өйрәнә башлай. Дәғүәселәр иҫәбендә Тольятти, Владивосток, Өфө һәм Астана ҡалалары була. Шул уҡ ваҡытта көйәрмәндәр араһында интернет аша тауыш биреү башлана. Апрелдә тамашасылар тауыш биреүендә Өфө еңеүсе тип табыла. Уның өсөн көйәрмәндәрҙең 45,6 проценты (53 587 кеше) тауыш бирә.
5 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, КХЛ президенты Дмитрий Чернышенко һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры Валерий Нургутдинов Башҡортостан Хөкүмәте, Континенталь хоккей лигаһы һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы араһында 2017 йылда Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчын Өфөлә уҙғарыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Республиканың Хоккей йондоҙҙары аҙналығын ойоштороу тәҡдиме күбеһенсә Өфө ғаризаһының еңеүенә сәбәпсе була, тип билдәләй Дмитрий Чернышенко.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика