01:59 (UTC+5), 16 Января 2017

«Морат» комплексы Көньяҡ Уралда иң яҡшы тау саңғыһы курорты булырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 13 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет районына эш сәфәре барышында «Морат» тау саңғыһы үҙәгендә булды, унда шәхсән үҙе трассаларҙы һынаны, туристар өсөн булдырылған шарттар менән танышты, комплексты үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Тау саңғыһы үҙәге етәкселеге һүҙҙәренсә, Яңы йыл байрамдарында бында 8,5 меңдән ашыу кеше ял иткән, был үткән йылдағы күрһәткестәрҙән 11 процентҡа күберәк.
– Мин Яңы йылды ҡаршыларға килгән кешеләр менән аралаштым, – тине төбәк етәксеһе. – Тау битләүҙәре һәйбәт, тәбиғәт иҫ киткес матур. Әммә кешеләрҙе күтәргес, үткәргес системаһы хөрт: сираттар, һыуыҡта кешеләрҙе 15 минут өҫкә күтәрәһегеҙ. Йәғни канат юлының насар эшләүе Белорет тураһында барлыҡ ыңғай тәьҫораттарҙы юҡҡа сығара.
Республика Башлығы парковканы ойоштороуҙың ҡәнәғәтләнерлек булмауын, сервистың түбән кимәлен дә билдәләне.
– Тау битләүҙәре буйынса дәғүәләр юҡ: улар киң, уңайлы. Беҙҙә нигеҙ бар. Бында 10 процентты тамамларға ҡалған, ә һеҙ ниндәйҙер ысулдар менән ошо хәлдән сығырға теләйһегеҙ. Улай килеп сыҡмаясаҡ. Профессиональ яҡтан ҡарарға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төҙөлөп бөтөргә тейешле канат юлдары бар. Бында һигеҙ түгел, 15 мең кеше ял итһен ине. Машина ҡуйыу, туҡланыу урындары булһын, барыһы ла яҡшы ойошторолһон. «Морат» комплексы Көньяҡ Уралда иң яҡшы тау саңғыһы курорты булырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов, кәрәкле ресурстарҙы күрһәтеп, тау саңғыһы комплексының артабанғы эш планын әҙерләргә, подрядсыларҙы һәм ситтән белгестәр йәлеп итеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика