Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2017, 11:11
«Юлаевсылар» Капризов менән Воробьев донъя чемпионатында бронза яуланы
www.fhr.ru
ӨФӨ, 7 ғинуар, 2017 йыл./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Канадала йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионатында бронза миҙалдары өсөн уйын уҙҙы. Рәсәй йыйылмаһы Швеция спортсыларын 2:1 иҫәбе менән еңде.
Икенсе период башында Өфөнөң үҙәк форварды Михаил Воробьев үҙенең клубташы Кирилл Капризовҡа туп-тура пас биреп уны шведтар менән осраштыра һәм рәсәйҙәрҙең капитаны етеҙерәк булып сыға – 1:0.
Әммә период аҙағында беҙҙең егеттәр үҙ үҙҙәренә гол «алып килә» – 1:1.
Был иҫәп төп 60 минут дауамында үҙгәрешһеҙ ҡала, бында йыйылманың иң яҡшы ҡапҡасыһы Илья Самсоновтың хеҙмәте ҙур.
Овертаймдың тәүге секундтарында уҡ Денис Гурьянов Рәсәй йыйылмаһына еңеү һәм бронза миҙалдары алып килә – 2:1.
Ә Кирилл Капризов был чемпионатта рәсәйҙәрҙең иң яҡшы һөжүм итеүсеһе тип таныла.
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
хоккеййәштәр араһында донъя чемпионаты-2017
Читайте нас