05:38 (UTC+5), 05 Января 2017

Башҡортостан шашкасылары донъяла иң яҡшылары

Дмитрий Слезин
Өфө, 5 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ғинуар башында сираттағы Бөтә донъя шашка федерацияһы рейтингы сыҡты. Унда юғары баҫҡыстарҙы ҡабат «Башнефть» профессиональ шашка клубынан Башҡортостан спортсылары биләй.
Асыҡ рейтингта Александр Георгиев – икенсе урында. Беренселә – Рәсәй спортсыһы Александр Шварцман, өсөнсөлә – яңы донъя чемпионы, Голландиянан Рул Бумстра.
Тәүге 100 шашкасы исемлегендә — Муродулло Амриллаев (26-сы), Айнур Шәйбәков (27-се), Владимир Мильшин (71-се).
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Халыҡ-ара мастер Тамара Танһыҡҡужина – 119-сы, Айгөл Иҙрисова – 140-сы баҫҡыста. Ике Өфө ҡыҙы – «Йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса иң яҡшы спортсы» номинацияһында Рәсәй Шашка федерацияһы премияһы финалсылары – ҡатын-ҡыҙҙар рейтингында иң яҡшылар иҫәбендә. Күп тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина – икенсе, ә блиц буйынса ике тапҡыр чемпион Айгөл Иҙрисова – өсөнсө. Айгөл яңы йылда өслөккә тәү тапҡыр инә. Рейтингты Латвиянан легендар Зоя Голубева етәкләй.
Иң яҡшы йөҙ шашкасы иҫәбендә: Елена Мильшина — 24-се, Гүзәл Георгиева — 39-сы, Әлиә Әминова — 44-сы (+16 урын), Регина Айүпова — 60-сы, Кристина Осипова — 64-се (+27 урын), Руфина Айүпова — 72-се, Агата Парахина — 94-се. Ишембай ҡыҙы, хәҙер Риганыҡы Олеся Абдуллина — 30-сы.
Юниорҙар араһындағы рейтингта; 26 йәшкә тиклем Айнур Шәйбәков – бишенсе, Айгөл Иҙрисова – 11-се; 20 йәшкә тиклем Марсель Шәрәфутдинов – алтынсы; 17 йәшкә тиклем – өсөнсө Даниил Ильин, 14 йәшкә тиклемгеләрҙә икенсе булып Тамерлан Әхмәров килә. Бөтә юниорҙар ҙа Өфөнөң 23-сө спорт шахмат-шашка мәктәбенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика