Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Декабрь 2016, 10:51

Башҡортостан – илдең иң спорт төбәктәре иҫәбендә

Өфө, 2016 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан биш иң спорт төбәк исемлегенә инде. Белгестәр спорт инфраструктураһы объекттарын, республикала уҙғарылған чемпионаттар иҫәбен, халыҡтың спорт менән әүҙем шөғөлләнеүен баһалаған, тип хәбәр итә РБК-Уфа.
Был рейтингты «Совет спорты» баҫмаһы әҙерләгән. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре исемлегендә дүртенсе урынды биләй. Беҙҙән алда Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Татарстан.
«Төп критерийҙар сифатында спорт инфраструктураларының иҫәбе һәм хәле, төбәктәрҙә уҙғарылған төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге ярыштарҙың һаны, төбәк һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа даими рәүештә сығыш яһаусы командарҙың дөйөм иҫәбе тикшерелгән», – тип аңлата рейтингты төҙөүселәр.
Шулай уҡ экперттар төбәк халҡының ни тиклем спорт сараларында әүҙем ҡатнашыуын, ГТО нормаларын тапшырыуын баһалаған.
Автор: Арина Рәхимҡолова
Читайте нас