04:00 (UTC+5), 26 Декабря 2016

Бүздәк районында заманса йөҙөү бассейны асылды

БР Башлығының Матбуғат хеҙмәте
Александр Смирнов
Өфө, 2016 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 декабрҙә Бүздәк ауылында «Табанлыкүл» йөҙөү бассейны булған «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексының икенсе сираты асылды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында яңы спорт ҡоролмаһында булды.
Дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метр тәшкил иткән ике ҡатлы бина бер йылда һалынған, ул йөҙөргә өйрәтеү, шулай уҡ һауыҡтырыу һәм спорт саралары үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Уның хаҡы 115 миллион һумға барып баҫҡан.
Бинаның цоколь ҡатында йөҙөүселәрҙең шөғөлләнеү залы, душ һәм сисенеп-кейенеү, техник бүлмәләре урынлашҡан. Беренсе ҡатында – бассейн, лаборатория, кейем алмаштырыу, спорт ҡорамалдарын ҡуйыу, шәфҡәт туташы бүлмәләре. Икенсе ҡатында уҡыу-уҡытыу класы, фитнес-зал, медицина һәм массаж кабинеттары, шулай уҡ 80 кешегә иҫәпләнгән тамашасы трибуналары урын алған.
Республика Башлығы бассейнды һәм өлкән синыф уҡыусылары ГТО нормаларын тапшырған спорт залдарҙы ҡараны, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, тренерҙар һәм уҡытыусылар менән аралашты. Район халҡы Рөстәм Хәмитовҡа район үҙәгендә ошондай заманса спорт объекты барлыҡҡа килеүенә рәхмәтен белдерҙе.
Спорт комплексы директоры Вадим Әмиров физкультура-һауыҡтырыу комплексы үҙе 2003 йылдан эшләп килә тине. Бында волейбол, баскетбол, дзюдо, самбо, милли көрәш, мини-футбол, бадминтон, гер спорты, шайбалы хоккей, еңел һәм ауыр атлетика һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса секциялар эшләй. Уларҙа даими рәүештә 900-ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә. Комплекста шулай уҡ район, зона һәм республика ярыштары уҙа.
Рөстәм Хәмитов спорт ҡоролмалары төҙөүгә квадрат метрҙың хаҡын кәметеү буйынса эште дауам итергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика