06:22 (UTC+5), 16 Декабрь 2016

Башҡортостандың йәш көрәшселәре Саҙрыев мемориалында 15 миҙал яуланы

Дмитрий Слезин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Башҡортостан кадеттары билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турнирында 15 миҙал яуланы. Түбәнге Камала Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Шамил Саҙрыев иҫтәлегенә арналған турнирға 1999-2001 йылда тыуған 200-ҙән ашыу кадет йыйылды. Республиканан 34 йәш көрәшсе ҡатнашты. Команда турнирҙа ете алтын, биш көмөш һәм өс бронза миҙал яуланы.
Туймазынан Наил Хайбрахманов (45 килограмм) һәм Фәхретдин Аббасов (85), Октябрьскийҙан Руслан Ғафаров (50) һәм Николай Миронов (65), Өфөнән Арина Бакирова (52) һәм Карина Самойленко (70) һәм Белореттан Зилиә Ирғәлина (57) пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде.
Октябрьскийҙан Камила Хафизова (44 килограмм) һәм Евгений Зиязов (55), Туймазынан Динара Багретдинова (57) һәм Рузиль Шабиев (60), Өфөнән Светлана Федорова (63) көмөш призер булды.
Өфөнән Илнар Ғәлимов (45 килограмм), Туймазынан Айгиз Имаев (60) һәм Белореттан Данил Хазыров (85) бронза миҙалға лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика