05:19 (UTC+5), 13 Декабря 2016

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы етәкселеге һәм тренерҙары менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, «Өфө» футбол клубы президенты Марат Мәһәҙиев, клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов, команданың элекке баш тренеры Виктор Гончаренко һәм өлкән тренер Сергей Томаров менән осрашты.
Төбәк етәксеһе Виктор Гончаренкоға «Өфө» футбол клубының тренеры сифатында уңышлы эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ЦСКА-ның баш тренеры вазифаһында яңы ҡаҙаныштар теләне.
– Башҡараһы эштәр байтаҡ, әлегә беҙ юлдың башында ғына. Шатланырға сәбәп тә юҡтыр, бәлки. Шуға ҡарамаҫтан, республика Башҡортостанда футбол барлығын белде. Беҙ уның үҫешенә ҙур этәргес бирҙек. Бөгөн ҡыҙҙар һәм малайҙар секцияларға күпләп йөрөй, йәштән үк футбол менән шөғөлләнә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Виктор Михайловичҡа клубҡа индергән яңылыҡ өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Юғары профессионал булыуығыҙҙы, эшләй белеүегеҙҙе таныйым. Һеҙ республиканың футбол системаһындағы ҡаҙаныштарын тәьмин иттегеҙ.
Башҡортостан Башлығы Виктор Гончаренкоға рәхмәт хатын тапшырҙы.
Рөстәм Хәмитов клуб етәкселеге менән 2016/2017 йылдарҙың икенсе миҙгелендә команда алдында торған бурыстарҙы тикшерҙе.
– Спорт һөҙөмтәләренә килгәндә, беҙ ҡәнәғәтбеҙ – 17 уйындан һуң 25 мәрәй. Былтыр иһә 30 уйындан һуң 27 мәрәй ине. Алда тағы ла 13 уйын. Сергей Александрович Томаровҡа ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, – тине төбәк Башлығы. – Шул иҫәптән футбол клубының баш тренеры вазифаһына Сергей Александровичтың да кандидатураһын тикшерәбеҙ. «Өфө» футбол клубы 13 уйындың етәүһен үҙ майҙанында үткәрә. ЦСКА, «Спартак» кеүек көслө командаларға ҡаршы уйнай. Әлбиттә, беҙгә һөҙөмтә кәрәк. Тырышып эшләйәсәкбеҙ.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика