Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Декабрь 2016, 16:04
«Өфө» футбол клубы баш тренер Виктор Гончаренконың китеүе тураһында рәсми иғлан итте
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Өфө» футбол клубы Виктор Гончаренконың китеүе тураһында рәсми иғлан итте. «Икенсе эшкә күсеүгә бәйле, ике яҡтың да ризалығы буйынса, «Өфө» футбол клубы баш тренер Виктор Гончаренко менән хеҙмәт килешеүен өҙҙө», — тиелә өфөләрҙең рәсми сайтындағы белдереүҙә.
Гончаренко «Өфө» футбол клубын июндә етәкләне. Белоруссия белгесе етәкселегендә команда Рәсәй кубогының сирек финалына сыҡты. Рәсәй чемпионаты барышында өфөләр ете еңеү яуланы, алты тапҡыр еңелде һәм дүрт уйынды тигеҙ иҫәп менән тамамланы. Ун ете турҙан һуң «Өфө» Премьер-лиганың турнир таблицаһында һигеҙенсе урында килә.
«Өфө»нөң яңы баш тренерының исеме әлегә билдәһеҙ булып ҡала.
Теги:
футбол
«өфө» футбол клубы
Читайте нас: