06:06 (UTC+5), 06 Декабря 2016

«Әлегә беҙ Виктор Гончаренко менән бәйле хәлгә ентекле аңлатма бирмәйбеҙ» — «Өфө» футбол клубының генераль директоры

ТАСС, Валерий Шәрифулин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 8 йәки 9 декабрҙә «Өфө» футбол клубы команданың баш тренеры Виктор Гончаренконың киләсәге тураһында рәсми белдереү яһай. Был хаҡта ТАСС агентлығына клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов хәбәр итте.
Бынан алда «Беҙҙең футбол» телеканалы эфирында Гончаренконың «Томь» менән матч алдынан команда уйынсылары менән хушлашыуы хаҡында мәғлүмәт яңғыраны. Өфөләге матч баш ҡала командаһы файҙаһына 1:0 иҫәбе менән тамамланды. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, Гончаренконың ЦСКА клубын етәкләүе ихтимал.
«Әлегә беҙ Виктор Гончаренко менән бәйле хәлгә ентекле аңлатма бирмәйбеҙ. Шуны ғына әйтә алам: әлеге ваҡытта ул команданың баш тренеры булып ҡала һәм 8 йәки 9 декабрҙә беҙ уның киләсәге тураһында рәсми белдереү яһайбыҙ», — тине Ғәзизов.
Гончаренко «Өфө» футбол клубын июндә етәкләне. Команда, 17 уйында 25 мәрәй йыйып, Рәсәй чемпионатының беренсе өлөшөн тәүге унау иҫәбендә тамамланы. «Чемпионаттың тәүге өлөшөндә уңышлы сығыш яһауыбыҙ — тап Виктор Михайловичтың хеҙмәте», — тип белдерҙе Шамил Ғәзизов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика