Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Декабрь 2016, 13:01
Рөстәм Хәмитов биатлонсы Антон Бабиковты биатлон буйынса Донъя кубогы этабында еңеүе менән ҡотланы
Халыҡ-ара биатлонсылар союзы
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 4 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша һөйләшеүҙә Рәсәй биатлонсыһы, Өфөнән Антон Бабиковты Донъя кубогының беренсе этабында эҙәрлекләү ярышында еңеүе менән ҡотланы. Ярыш Швецияның Эстерсунд ҡалаһында уҙа.
Республика етәксеһе беҙҙең биатлонсыларҙың сығыштарын күҙәтеп барыуы һәм яҡшы һөҙөмтә өсөн улар менән бергә шатланыуын билдәләне. Рөстәм Хәмитов ярыштарҙың тағы ҡасан буласағы менән ҡыҙыҡһынды һәм спортсыға яңы еңеүҙәр теләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 декабрҙә биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында рәсәйҙәр Антон Бабиков һәм Максим Цветков 12,5 саҡрымға эҙәрлекләү ярышында, француз Мартен Фуркадты артта ҡалдырып, беренсе һәм икенсе урындар ады. Был – 25 йәшлек спортсының Рәсәй йыйылма командаһы составында Донъя кубогы этабында тәүге еңеүе.
Бынан алда Антон Бабиков өс тапҡыр
Европа чемпионы
, Европа чемпионатында өс тапҡыр бронза призёр булды. Халыҡ-ара биатлонсылар союзы версияһына ярашлы, 2015/2016 йылдар миҙгеле йомғаҡтары буйынса йылдың иң яҡшы йәш спортсыһы тип танылған.
Теги:
биатлон
бр башлығы
Читайте нас