ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡырғыҙстанда уҙған Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың йыйылма командаһы туғыҙынсы урын алды, 10 миҙал яуланы. Спортсыларыбыҙ бер алтын, өс көмөш һәм алты бронза миҙалға лайыҡ булды. «Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, Рөстәм Арыҫланов ҡаҙаҡ көрәшендә алтын миҙал алды. Ул 90 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урын яуланы.