14:42 (UTC+5), 07 Сентября 2016

Өфө «Донъя йүгереүе» халыҡ-ара факел эстафетаһын ҡаршылай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 21 сентябрҙә Өфө «Донъя йүгереүе» халыҡ-ара факел эстафетаһын ҡаршылай. Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Еңеү паркында уҙа. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, илдең Европа өлөшөндә, Урал һәм Себер сигендә урынлашҡан баш ҡалала эстафетаны ябыу тантанаһы була.
«Донъя йүгереүе» — халыҡ-ара тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу факел эстафетаһы, ул кешеләрҙе гармонияға һәм берҙәмлеккә ынтылыштарында берләшеүгә рухландыра. Төрлө илдәрҙең йүгереүселәре, Донъя факелын тотоп, АҠШ, Европа, Канада, Япония, Австралия, Яңы Зеландия, Бразилия, Аргентина, Африка һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре биләмәләре буйлап йүгерә.
Рәсәйҙә эстафета Владивосток, Севастополь, Пермь, Мәскәү ҡалаларында башлана һәм уның оҙонлоғо яҡынса 19 000 саҡрым тәшкил итә. Илдең Көнсығыш тармағы командаһы — Ҡытай, Монголия һәм Ҡаҙағстан, Көнбайыш тармағы командаһы Финляндия менән сиктә, шулай уҡ Белоруссияла халыҡ-ара Европа командаһы менән осраша.
Белешмә. 1987 йылда эстафета ойошторолғандан алып унда алты миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Шул ваҡыттан алып факел Европа, Азия, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Африка һәм Австралия ҡитғаларындағы 140-тан ашыу илдә булған. «Донъя йүгереүе» факел эстафетаһының идея авторы — Шри Чинмой (1931-2007) — йәмәғәт эшмәкәре, күп яҡлы ижади шәхес, спортсы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы булараҡ яҡшы билдәле.
Рәсәйҙә «Донъя йүгереүе» 1991 йылдан уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика