08:00 (UTC+5), 15 Августа 2016

Бөгөн республикала мотоспорт буйынса тәүге ярыштар ойошторолоуға — 90 йыл

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. 2016 йылдың 15 авгусында республикала мотоспорт буйынса тәүге ярыштар ойошторолоуға 90 йыл тула.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарын Башҡортостан мотоспортының алтын миҙгеле тип атайҙар. Совет заманында Өфө, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез ҡалаларында спидвей буйынса СССР чемпионатында даими сығыш яһаған командалар була. Башҡортостан клубтарында тәрбиәләнгән Игорь Плеханов, Борис Самородов, Фәрит Шәйнуров, Геннадий Куриленко, Юрий Чекранов, Ғабдрахман Ҡадиров, Михаил Старостин, Риф Сәйетгәрәев, Николай Корнев һәм башҡа спортсыларҙың исемдәре барыһына ла яҡшы таныш.
XXI быуатта ярты быуат элек яуланған еңеүҙәр тергеҙелә. Мәҫәлән, 16 йыл эсендә Ғ.Ҡадиров исемендәге клуб боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса донъя, Европа һәм ил чемпионатында, кубогында һәм беренселегендә 62 алтын, 30 көмөш, 19 бронза миҙал яулаған. Донъя һәм Европа беренселегендә — 31 алтын, һигеҙ көмөш һәм өс бронза миҙал. Спидвейҙа иһә Салауат ҡалаһынан Эмиль Сәйфетдинов ҙур уңышҡа иреште.
Республика етәкселегенең матди һәм әхлаҡи ярҙамынан башҡа ошо бөйөк ҡаҙаныштарға ирешеү мөмкин булмаҫ, һәм 2015 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан илдең мотоспорт үҫешкән төбәктәре рейтингында тәүге өсәү иҫәбенә инмәҫ ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика