04:55 (UTC+5), 19 Май 2016

Евгений Перевертайло «Өфө» футбол клубының баш тренеры вазифаһынан китте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Премьер-лигала Рәсәй чемпионатының 29-сы тур уйынынан һуң Евгений Перевертайло «Өфө» футбол клубының баш тренеры вазифаһынан китте. Өфөләр Пермдең «Амкар» командаһынан 1:0 иҫәбе менән еңелде. Был хаҡта клубтың рәсми сайты хәбәр итә.
Быға футболсыларҙың уңышһыҙ сығыш яһауы сәбәпсе булды. Кисә клуб етәкселеге отставка тураһында ҡарар ҡабул итте.
Баш тренер вазифаһын башҡарыусы итеп Сергей Томарев тәғәйенләнде.
Евгений Перевертайло команданы 2015 йылдың 21 октябрендә ҡабул итте. Был вазифала ул Игорь Колывановты алмаштырҙы. Ул эшләгән ваҡытта өфөләр 17 уйын үткәрҙе, дүрт еңеү яуланы, һигеҙ тапҡыр отолдо, биш уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды.
21 майҙа беҙҙекеләр Мәскәүҙең «Спартак» командаһы менән уйнай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика