06:15 (UTC+5), 11 Апреля 2016

Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларын һәм көйәрмәндәрен миҙгел ябыу менән ҡотланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» хоккей клубының 2015-2016 йылдар миҙгелен ябыуға арналған байрамында булды.
Республика етәксеһе «Өфө-Арена» спорт аренаһы фойеһында ойошторолған интерактив майҙансыҡтарҙы ҡараны, көйәрмәндәр менән аралашты һәм шайба индереү конкурсында ҡатнашты.
Боҙҙағы байрам хоккейсылар шоуы менән асылды, һуңынан «Салауат» һәм «Юлай» командалары араһында иптәштәрсә уйын менән дауам итте. Унда «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙары, «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы тәрбиәләнеүселәре, хоккей көйәрмәндәре, ветерандары ҡатнашты.
Уйын башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов хоккей клубы уйынсыларын һәм көйәрмәндәрен миҙгел ябыу менән ҡотланы.
– «Салауат Юлаев» хоккей командаһы – Рәсәй чемпионатының бронза призеры. Хоккейсыларыбыҙҙың нисек уйнауын барыбыҙ ҙа күрҙек. Быйыл көйәрмәндәр, команда, тренерҙар, спонсорҙар, власть структуралары берләште. Һөҙөмтә булды, – тине Башҡортостан Башлығы. – Өфө хоккейы бик көслө. Беҙҙе алда яңы еңеүҙәр көтә. Беҙ алға барыу, яңы кубоктар, яңы миҙалдар алыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙә һәйбәт быуын үҫеп килә. Һәйбәт ҡала, һәйбәт арена, һәйбәт көйәрмәндәр. Рәхмәт һеҙгә!
Республика Башлығы шулай уҡ «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында көмөш һәм Рәсәй командаһы өсөн сығыш яһаған дүрт хоккейсыны донъя чемпионатында бронза миҙал алыуҙары менән ҡотланы.
«Салауат Юлаев» хоккей клубы 1961 йылда ойошторолған. Баш тренеры – Игорь Захаркин. Быйылғы миҙгелдә команда Рәсәй чемпионатының бронза миҙалдарын алды.
«Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы 2010 йылда булдырылған. 2015-2016 йылдар миҙгелендә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионатында көмөш призер булды. Быйыл хоккейсылар Ольга Сосина, Элина Митрофанова, Александра Капустина һәм Анна Шибанова Рәсәй командаһы составында хоккей буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика