07:58 (UTC+5), 08 Апрель 2016

Йәкшәмбе «Салауат Юлаев» миҙгел яба

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Йәкшәмбе, 10 апрелдә, «Салауат Юлаев» миҙгел яба. «Өфө-Арена»ла хоккей байрамы ойошторола. Программала өҫтәл хоккейы, киберхоккей, фотозона, барбершоп, «Салауат Юлаев» командаһының автограф-сессияһы һәм «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар клубы составынан донъя чемпионатының бронза призерҙарын ҡотлау тантанаһы ҡаралған.
Өфө клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике маскоттың — Салауат менән Юлайҙың бер-береһенә ҡаршы тороуы байрамдың төп ваҡиғаларының береһе буласаҡ. Өфө һыуһарҙары, үҙҙәренең байрағы аҫтына «Салауат Юлаев», «Ағиҙел» уйынсыларын һәм тренерҙарын, көйәрмәндәрҙе, хоккей ветерандарын саҡырып, кем көслөрәк икәнлеген асыҡлаясаҡ.
Командаларҙы мауыҡтырғыс конкурстар, һуңынан бер-береһе менән хоккей уйыны көтә.
Хоккей байрамы көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика