Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
04:58 (UTC+5), 22 Марта 2016

Рөстәм Хәмитов биатлонсы Антон Бабиков һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Виктор Никитин менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 21 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов биатлон буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы, өс тапҡыр Европа чемпионы Антон Бабиков һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Виктор Никитин менән осрашты.
2016 йылдың февралендә Төмәндә уҙған биатлон буйынса Европа чемпионатында Антон Бабиков ике алтын, бер бронза миҙал яуланы. Халыҡ-ара биатлонсылар союзы фаразы буйынса 2015/2016 йылдар миҙгелендә иң яҡшы яңы спортсы тип танылды.
– Миҙгелде уңышлы тамамлауығыҙ менән ҡотлайым. Быйыл һеҙ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттегеҙ. Афарин! Һәммәбеҙ ҙә ғорурландыҡ, ҡайғырҙыҡ. Европа чемпионатында, «Өфөнән Антон Бабиков еңә», тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, бик шатландыҡ. Был беҙҙең өсөн иң яҡшыһы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Биатлон мәктәбен нисек тергеҙеүҙе тикшерергә кәрәк. Беҙҙә Олимпия һәм донъя чемпиондары бар. Башҡортостан донъя һәм ил биатлонында һуңғы урын биләмәй. Артабан нисек үҫешергә кәрәклеге хаҡында уйлау зарур. Спорттың уйын төрҙәре яҡшы, әлбиттә. Әммә беҙгә биатлон кеүек спорттың техник төрҙәрен дә ҡарарға кәрәк.
Антон Бабиков өлгәшелгәндә генә туҡтап ҡалырға йыйынмауын белдерҙе.
Осрашыуҙа Өфөлә уҙғарырға мөмкин булған төрлө ярыштарҙың варианттары тикшерелде. Виктор Никитин фекеренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы Европа чемпионатын үткәрергә дәғүә итә ала.
– Европа кубогы, Европа чемпионаты менән проблемалар булмаҫ, тип уйлайым. Сөнки беҙҙә «А» категориялы комплекс. Ошондай комплекс Рәсәйҙә өсәү генә: Ханты-Мансиҙа, Төмәндә һәм беҙҙә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды тренер.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика