10:02 (UTC+5), 26 Февраля 2016

Башҡортостан юлдаш телеканалы Ҡазандан «Салауат Юлаев» ҡатнашлығындағы уйындарҙы тура эфирҙа күрһәтә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 26-28 февралдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Ҡазандан «Салауат Юлаев» хоккей клубы ҡатнашлығындағы уйындарҙы тура эфирҙа күрһәтә. Әлеге ваҡытта Татарстандың баш ҡалаһында ижади төркөм «йәнле эфир»ға әҙерләнә. Уйын урындағы ваҡыт буйынса киске 9 тула 10 минутта башлана.
Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, матч үҙебеҙҙең майҙандағы уйындарҙан айырылмай. Комментаторҙар — Дмитрий Каретко һәм Азамат Моратов. Эксперт булараҡ легендар башҡорт хоккейсыһы Сергей Свержов сығыш яһай. Тәнәфестә — «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ Барыҫ» командаларының төп уйынсылары менән интервью.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Гагарин кубогы-2016 көнсығыш сирек финалының тәүге уйындарында «Салауат Юлаев» Ҡазандың «Аҡ Барыҫ» командаһын ике тапҡыр еңде. Беренсе уйында 4:1 иҫәбе менән, икенсеһендә — 5:2.
Хәҙер сериялағы иҫәп — 2:0.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика